Table Of ContentМ.Х. НӘҘЕРҒОЛОВ
XVI-XX БЫУАТ БАШЫ
БАШҠОРТ ТАРИХИ ЯҘМАЛАРЫНЫҢ
СТИЛЬ ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ
ҒИЛЕМ
Рәсәй Фәндәр академияһы
Өфө фәнни үҙәге
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты
Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы
Гуманитар фәндәр бүлеге
М.Х. НӘҘЕРҒОЛОВ
XVI-XX БЫУАТ БАШЫ
БАШҠОРТ ТАРИХИ ЯҘМАЛАРЫНЫҢ
СТИЛЬ ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ
Өфө
«Ғилем»
2004
УДК 82.09.
ББК 83.3 (0) ЗБаш
Н 17
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының фундаменталь
тикшеренеүҙәр фонды матди ярҙамында баҫылды
Нәҙерғолов М.Х. XVI-XX быуат башы башҡорт тарихи яҙмала
рының стиль үҙенсәлектәре. Өфө: Ғилем, 2004. 96 б.
ISBN 5-7501-0461-3
Китапта XVI-XX быуат башы башҡорт тарихи яҙмаларының, атап
әйткәндә, шәжәрә, тәүарих һәм тарихнамәләрҙең, художестволы стиль үҙен
сәлектәре яҡтыртыла. Автор уларҙы боронғо яҙма әҙәбиәт һәм фольклор тра
дициялары фонында тикшерә, әлегәсә билдәле булмаған ҡайһы бер ҡулъяҙ
ма сығанаҡтарҙы фәнни әйләнешкә индерә.
Китап әҙәбиәтселәргә, тарихсыларға, фольклорсыларға, тел белгестә
ренә һәм, ғөмүмән, башҡорт халҡының рухи мираҫына битараф булмаған
киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә.
Яуаплы мөхәррире:
филол. фәндәре докторы, профессор,
БР ФА академигы Ғ.Б. Хөсәйенов
Рецензенттары:
филол. фәндәре кандидаты А.Х. Вильданов
филол. фәндәре кандидаты Н.А. Хөббетдинова
© Нәҙерғолов М.Х., 2004
ISBN 5-7501-0461-3 © «Ғилем» нәшриәте, 2004
ИНЕШ
эн, эҙэбиэт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, мәҙәниәткә ҡағылышлы
күп кенә һүҙҙәрҙең, терминдарҙың боронғо грек һәм латин телдәренән
алынғанлығы яҡшы мәғлүм. Әлеге көндә төрлө әлкәләрҙә актив ҡул
ланышта булған «стиль» һүҙе лә шулар иҫәбендә. Латин телендә бар
лыҡҡа килеп, формалашып, бүтән телдәргә таралған ул. Тәүҙә был
һүҙ менән римлеләр яҙыу ҡоралы булып хеҙмәт иткән нәҙек осло
таяҡты йәки һөйәкте атап йөрөткәндәр. Беҙҙең көндәргәсә килеп
еткән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, уның менән өҫтөнә йоҡа ғына итеп
балауыҙ һөртөлгән киң таҡтала яҙыр булғандар. Яҙылғанды юйыу
йәки төҙәтеү өсөн таяҡтың (һөйәктең) бәләкәй генә көрәк рәүешле
итеп юнылған икенсе осон файҙаланғандар. Йәғни бер үк ҡорал яҙыу
өсөн дә, яҙылғанды юйыу йәки төҙәтеү өсөн дә ҡулланылған.
Заманалар үтеү менән һүҙҙең мәғәнәһе метонимик үҙгәреш ки
сергән: «стиль» тип яҙыу ҡоралын түгел, ә шул ҡорал менән эш
итеүҙең һөҙөмтәһен - яҙманы, яҙма телмәрҙең үҙенсәлектәрен, ҡул
ды (почеркты) атай башлағандар. Тора-бара мәғәнә тағы ла киңәйә
төшкән, был һүҙҙе яҙыусының үҙенә генә хас ижади һыҙаттарына,
уның әҫәрҙәрендә осраған хосусиәтле алымдарға һәм ысулдарға ҡа
рата ҡулланыу ғәҙәткә ингән.
Әлеге ваҡытта «стиль» һүҙе яҙма әҙәбиәттә һәм әҙәбиәт ғилемендә
генә түгел, фәндең, сәнғәттең һәм, ғөмүмән, йәмғиәт тормошоноң
башҡа бик күп әлкәләрендә лә ҡулланышта йөрөй. Уның бөгөнгө
мәғәнәһе ғәйәт киң һыйҙырышлы, мәғәнәүи биҙәктәре күп, өҫтәүенә,
уны һәр кем үҙенсә аңлай һәм аңлатырға ынтыла.
Әҙәбиәт ғилемендә лә был мәсьәләлә берҙәмлек юҡ. Мәҫәлән,
заманында ҡайһы бер ғалимдар, шул иҫәптән О.В.Лармин һәм
В.А.Ковалев, стилде әҙәби әҫәрҙең форма һәм йөкмәтке берлегенән
хасил булған үҙенсәлеге тип раҫланы1. Йәғни форма менән йөкмәтке
нең бөтә компоненттары ла стилгә мөнәсәбәтле булып, уны барлыҡ
ҡа килтереүҙә ҡатнаша, тип һананылар. Бындай уҡ ҡәтғи фекер
3
йөрөтмәһәләр ҙә, А.В.Чичерин менән А.Н.Соколов та йөкмәткенең
стиль яһалышында роле ҙур булыуына күрһәтте2. Л.И.Тимофеев иһә
үҙенең «Әҙәбиәт теорияһы нигеҙҙәре» тигән хеҙмәтендә әҙәби
әҫәрҙәрҙең һәм яҙыусының стилен тағы ла ҡатмарлыраҡ итеп күҙ
алдына баҫтыра. «Яҙыусының ижадына хас булған төп идея-худо
жество үҙенсәлектәренең (идея позицияларының, характерҙар һәм
сюжеттар даирәһенең, тел айырымлығының) ҡабатланышы беҙ стиль
тип йөрөткән күренештең нигеҙен тәшкил итә, - тип раҫлай ул. -
Яҙыусы стиле уның шәхсиәте, уға ғына хас һәләте, тормош тәжри
бәһе, мәҙәни кимәле, телмәр үҙенсәлектәре менән айырылғыһыҙ
бәйле»3. Әммә йөкмәтке менән форманың нисбәтен, үҙ-ара бәйләнеш
тәрен һәм сиктәрен билдәләүҙә аныҡ ҡына фекергә килә алмаған
лыҡтанмылыр («тормоштоң конкрет картиналары форма ғына түгел,
бер үк ваҡытта йөкмәткенең үҙе лә булып тора»), Л.И.Тимофеев та,
стилде әҫәрҙең формаһына ла, йөкмәткеһенә лә берҙәй үк мөнәсә
бәтле, тип иҫәпләй.
Әҙәби әҫәрҙең стиле тигән төшөнсәне асыҡлау һәм аңлатыуҙа
Я.Е.Эльсберг хәҡиҡәткә яҡыныраҡ килә, беҙҙеңсә. «Стиль - беҙҙең
аңлауыбыҙса, - тип яҙа ул, - әҙиптең (төп нөсхәлә: художниктың. -
М.Н.) ижад индивидуаллеген һәм әҫәрҙең йөкмәткеле формаһының
бөтә элементтарын (образдар системаһының үҙ-ара бәйләнешен, ху
дожестволы телмәрҙе, жанрҙы, композицияны, фабуланы, ритмды,
интонацияны һ.б.) үҙ эсенә алыусы художестволы фекер формаһы
ул»4. Хәйер, Я.Е.Эльсбергты фекерендә лә асыҡланып һәм аңлашы
лып бөтмәгән урындар юҡ түгел. Уның «йөкмәткеле форма» тигән
һүҙбәйләнеше, мәҫәлән, күрер күҙгә лә, ишетер ҡолаҡҡа ла сәйер.
Йөкмәткеле форма булғас, йөкмәткеһеҙ форма ла булырға тейешме
икән ни ул, тигән аптырашлы уйҙарға талаһың.
Әҙәби стиль мәсьәләһен өйрәнеүҙә һәм асыҡлауҙа иң төплө һәм
уңышлы эшләгән ғалим, моғайын, Г.Н.Поспеловтыр. 1970 йылда
Мәскәүҙә донъя күргән «Әҙәби стиль проблемалары» тигән хеҙмә
тендә ул үҙенең күп яҡлы һәм ентекле тикшеренеү һөҙөмтәләренән
сығып, байтаҡ әһәмиәтле фекерҙәр әйтә. Иң мөһиме, әлегәсә йәшәп
килгән традицион ҡараштарға һуҡырҙарса эйәрмәй, уларға тәнҡит
күҙлегенән бағып, мәсьәләнең асылына төшөнөргә ынтыла һәм яңыса,
заманса һүҙ йөрөтә.
Уның әйтеүенсә, стиль сифаттарына әҙәби әҫәрҙең фәҡәт худо
жестволы, образлы формаһы ғына эйә. Йөкмәтке иһә айырым үҙе
стилгә эйә түгел һәм уға инмәй. Әммә ул художестволы форманың
4
стиль һыҙаттарында кәүҙәләнеш таба, уларҙы үҙенең дәүери (эпо-
халь) ҡабатланмаҫ үҙенсәлектәре менән билдәләй.
Нәфис әҫәрҙең образлы формаһының өс яғы бар, ти ғалим. Бе
ренсеһе - предметлы һүрәтләү деталдәре системаһы, икенсеһе - ком
позицион алымдар системаһы һәм өсөнсөһө - әҫәрҙең һүҙлек (телмәр)
төҙөлөшө. Идея-йөкмәткене асыуҙа уларҙың һәммәһе лә ҡатнаша,
һәр береһенең үҙ функцияһы, урыны бар. Шул уҡ ваҡытта үрҙә атал
ған яҡтар бер-береһе менән айырылғыһыҙ бәйле, әҫәрҙә тормош күре
нештәре фәҡәт уларҙың берлегендә, бөтөнлөгөндә генә «экспрессив-
ижади» типиклаштырыла ала. Ләкин стиль «образлы форма деталдә
ре берлеге түгел, ә шуларҙы һайлап алыу, аралаштырыу һәм үҙ-ара
бәйләү принциптары берлеге ул»5.
Г.Н.Поспеловтың фекеренсә, художестволы әҫәрҙең йөкмәтке
һендә лә үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән бер нисә яҡты айырып ҡарарға була.
Мәҫәлән, тематика, проблематика, пафос һәм башҡалар. Стилгә
инмәһәләр ҙә, бер әҫәр сиктәрендә улар барыһы бергә стилде бар
лыҡҡа килтереүсе факторҙар булып тора. Тик фактор булыуҙа улар
ҙың ролдәре бер үк кимәлдә түгел. Бында берәүҙәр төп, хәл иткес
ролде уйнаһа, икенселәре ярҙамсы ролдәрҙе генә башҡара. Пробле
матика, әйтәйек, шуларҙың тәүгеләре иҫәбенә инә һәм әҫәрҙең сти
ленә һиҙелерлек йоғонто яһай.
Бындай фекерҙәрен ғалим ҡоро раҫлауҙарға ғына ҡормаған,
әлбиттә. Китапта һәр фекер, һәр идея тейешле кимәлдә дәлилләнә,
рус әҙәбиәтенән алынған конкрет миҫалдар менән нығытыла бара.
Шаҡтай ҡатмарлы һәм бәхәсле мәсьәлә булараҡ әҙәби стиль, һис
шикһеҙ, ентекле һәм төрлө яҡлы тикшеренеүҙәр талап итә. Уның
тураһында һүҙ йөрөткәндә, әҙәби ҡанундар, традициялар, мәҙәни
бәйләнештәр һәм йоғонтолар, ижад методтары һәм йүнәлештәре,
яҙыусының шәхси ижади алымдары һәм ысулдары кеүек мәсьәлә
ләрҙе лә урап үтеп булмай. Сөнки уларҙың һәммәһе лә теге йәки был
кимәлдә стилгә мөнәсәбәтле һәм бәйләнешле.
Быға тиклем ижад методы мәсьәләһенә иғтибар айырата ҙур бул
ды. Әҙәбиәт ғилемендә уның хаҡында нисәмә тиҫтә йылдар инде
һүҙ алып барыла. 1972 йылда Баҡыла, 1975 йылда Ташкентта һәм
1978 йылда Ҡазанда элекке Советтар Союзы биләмәһендә көнсы
ғыш әҙәбиәттәрендә реалистик һүрәтләүҙәргә бағышланған фәнни
конференциялар булып үтте. Уларҙа яһалған сығыштар һәм доклад
тар нигеҙендә йыйынтыҡтар нәшер ителде, махсус монографиялар
баҫып сығарылды6.
5
Дөйөм ҡабул ителгән билдәләмә буйынса, ижад методы әҙәбиәт
тең ысынбарлыҡҡа эстетик мөнәсәбәтенең, художестволы танып бе
леүҙең, типиклаштырыуҙың төп принциптар системаһын тәшкил итә,
ә стиль иһә шул принциптарҙы художестволы ғәмәлгә ашырыуҙың
бер бөтөн эске системаһын төҙөй. Әгәр метод ижад процесының төп
йүнәлешен билдәләһә, стиль шул йүнәлештең, методтың, индивиду
аль сағылышын, тармаҡтарын һынландыра7.
Шулай ҙа ижад методы мәсьәләһен дә тулыһынса хәл ителгән тип
әйтеп булмай. Уға бәйле бәхәстәр күптән килә һәм әле лә туҡталғаны
юҡ. Реализм - антиреализм, методтарҙың үҙ-ара киҫкен көрәше кеүек
ҡараштар әллә ҡасан уҡ кире ҡағылһалар ҙа теге йәки был методтың
барлыҡҡа килеүе, тарихи үҫеш юлдары, формалары, бүтән методтар
менән бәйләнеше, күсеше мәсьәләләрендә фекер айырымлыҡтары хәҙер
ҙә бар һәм йәшәй. Утыҙынсы-илленсе йылдарҙағыса реализм менән
романтизмды норматив, схематик принциптарҙан сығып андатыу, ев
ропоцентризм ҡарашынан арына алмау, тарихи, милли-социаль үҙенсә
лектәрҙе һәм шарттарҙы онотоп ебәреү осраҡтары ла юҡ түгел.
Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә барған социаль-сәйәси һәм иҡтисади
реформалар һөҙөмтәһендә күп кенә иллюзиялар һәм хыял-өмөттәр
селпәрәмә килгәс, бәғзе бер ғалимдар социализм дәүерендә фәндә
нығынған барлыҡ ҡараштарҙы, теоретик концепцияларҙы, асылына
төшөнөп тормайынса, кире ҡағыу йәки бөтөнләй инҡар итеү юлына
баҫты. Үткәндәге ҡараштарға ҡырҡа ҡаршы һүҙҙәрҙе айырым әҙәбиә
тселәр ауыҙынан да ишетергә тура килә. Йәнәһе, «ижад методы»
тигән төшөнсә - большевистик идеология емешенән, совет власы осо
ронда сәйәси-идеологик һәм коньюнктур ҡараштарҙан сығып әүә
ләнгән уйҙырманан башҡа бер ни ҙә түгел, әҙәбиәттә ул һис ҡасан да
булмаған, юҡ һәм булмаясаҡ та.
Әлбиттә, хәҡиҡәткә тоғролоҡ һаҡлаған, хис-тойғоно йүгәнләп,
һәр саҡ айыҡ аҡыл менән эш итергә күнеккән ғалимдар бындай ҡа
раштарҙы яҡламай. Нисек кенә булмаһын, художестволы танып бе
леүҙең төп ике төрө булған һәм бар, тип иҫәпләй улар. Ысынбарлыҡ
ты ни рәүешле булһа - шулай сағылдырыу реалистик төрҙө хасил
итһә, уны хыял ярҙамында һәм рухи әлкәгә баҫым яһабыраҡ һын
ландырыу романтик төрҙө барлыҡҡа килтерә. Ләкин ижад процесын
да был төрҙәрҙең береһе лә саф килеш ҡала алмай, улар араһында
ҡатмарлы, тығыҙ мөнәсәбәт урынлаша. Реалистик әҫәр романтик
элементтар, романтик әҫәр, үҙ, сиратында, реалистик элементтар
менән һуғарылыуы, байытылыуы бик ихтимал.
6
Әйтергә кэрэк, эҙэби стиль һәм уға бәйле мәсьәләләргә башҡорт
әҙәбиәтселәре лә күптән иғтибар итә килә. Уларҙың был әлкәләге
тикшеренеүҙәре Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙа күҙгә күре
неп йәнләнә башланы.
Башҡорт ғалимдарынан әҙәби стиль тураһындағы тәүге һүҙҙе
Ә.И.Харисов әйтте. 1944 йылда баҫылып сыҡҡан һәм 1947 йылда
ҡабатлап баҫылған «Әҙәбиәт теорияһы» исемле китабында ул:
«Яҙыусының стиле тема, идея, сюжет, композиция, характерҙар һәм
тел үҙенсәлектәренең бөтөн берлеге нигеҙендә тыуа, - тип яҙҙы. -
Яҙыусының ижади эшендәге идея-художество үҙенсәлектәренең
бына ошондай берлеге уның әҙәби стиле тип атала»8. Стилде бар
лыҡҡа килтереүҙә «образлы идея йөкмәткеһе» лә, уның «бирелеш
формаһы» ла берҙәй роль уйнай, ә стиль «башҡалығы» тәғәйен та
рихи осорҙа йәшәүсе яҙыусының тормош тәжрибәһе, донъяны аңлау
дәрәжәһе, синфи позицияһы, ижад методы, таланты менән билдәләнә,
тип һанай автор. Күренеүенсә, әҙәби стилде аңлау һәм андатыуҙа
Ә.И.Харисов беҙ үрҙә әйтеп үткән А.В.Чичерин һәм А.Н.Соколов-
тарға яҡын торған. Уның аңлатмалары күп йәһәттән Л.И.Тимофеев
фекерҙәре менән дә тап килә.
«Яҙыусының стиле үҙгәрмәй торған факт түгел, - тип яҙа әлеге
китабында Ә.И.Харисов. - Яҙыусының ижад үҫеше бик ҡатмарлы һәм
ҡаршылыҡлы юлдар менән барырға мөмкин; социаль-политик хәлдең
үҙгәреүе нигеҙендә яҙыусының тормошҡа ҡарашы, уны аңлауы, син
фи позицияһы үҙгәреүе мөмкин. Бына шул хәлдәр, тәбиғи рәүештә,
яҙыусының ижадында стиль үҙгәреше тыуҙыралар»9. Беҙҙеңсә, был
юлдарҙа әҙәби стилдең бик мөһим үҙенсәлеге асып һалынған.
Ғалимдың ошондай әҙәби-теоретик тикшеренеүҙәрен һәм фекер
ҙәрен артабан шәкерте, ҡәләмдәше К.Ә.Әхмәтйәнов дауам итте һәм
үҫтерҙе. 1965 йылда донъя күргән «Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге» тигән
китабында ул әҙәби стиль төшөнсәһенә анығыраҡ һәм асығыраҡ
аңлатма бирҙе, үҙ фекерҙәрен йөпләп, милли әҙәбиәтебеҙҙән миҫал
дар килтерҙе. Ләкин ул да остазы кеүек үк, стилгә ҡағылышлы ҡайһы
бер мәсьәләләрҙә дөйөм һүҙ йөрөтөүҙән ҡотола алманы һәм, яҙыусы
ның индивидуаль стиле уның әҫәрҙәренең формаһында ла, йөкмәтке
һендә лә берҙәй үк сағылыш таба, тигән фекерҙе алға һөрҙө10. Хәйер,
заманында был фекерҙе илебеҙҙәге барлыҡ әҙәбиәт белгестәре лә
тиерлек яҡлай ине.
Үрҙә аталған хеҙмәтендә К.Ә.Әхмәтйәнов «әҙәби ағым», «худо
жество методы» тигән төшөнсәләргә лә туҡталып үтә һәм уларҙың
7
индивидуаль стиль менән бәйләнеш-мөнәсәбәттәрен асыҡлай. «Стиль
берҙәмлеге» тигән төшөнсәне иһә ябай, ҡыҫҡа ғына итеп аңлатып
бирә автор. Художестволы әҫәрҙәге типиклаштырыу алымдарына,
интонацияға, хикәйәләү тығыҙлығына һәм һүрәтләү сараларына хас
булған төп үҙенсәлектәрҙең аҙаҡҡаса эҙмә-эҙлекле һаҡланырға те
йешлеген ул кире миҫалдар нигеҙендә уңышлы иллюстрациялай һәм
иҫбатлай.
Әҙәби стиль мәсьәләләре К.Ә.Әхмәтйәновтың 1971 йылда нәшер
ителгән (1985 йылда ҡайтанан баҫылған) «Әҙәбиәт теорияһы» кита
бында ла сағылыш тапты. Бында автор асылда элгәрге китабындағы
фекерҙәрен ҡабатлай, уларҙы нигеҙләп өҫтәлмә миҫалдар килтерә.
1982 йылда «Башҡорт әҙәбиәтендә метод һәм стиль мәсьәләләре»
исемле йыйынтыҡтың донъя күреүе стилде өйрәнеүҙә милли әҙәбиәт
фәненең алға ҙур аҙымы булараҡ ҡабул ителде. Тарих, тел һәм
әҙәбиәт институты ғалимдары мәҡәләләренән торған был китапта
дөйөм теоретик тикшеренеүҙәргә лә, айырым осор һәм әҙәби төрҙәр
буйынса тарихи-теоретик анализдарға ла шаҡтай урын бирелгән.
Йыйынтыҡты профессор Ғ.Б.Хөсәйеновтың «Башҡорт әҙәбиә
тендә ижад методы мәсьәләләре» тигән мәҡәләһе асып ебәрә. Ғалим-
дың раҫлауынса, стиль - метод кеүек үк, һәр ваҡыт хәрәкәттәге, диа
лектик үҫештәге тарихи-эстетик категория. Уның төп принципта
рын, характерлы һыҙаттарын әҙәби процеста тарихи аспектында
ҡарағанда ғына конкрет-тарихи яҡтыртырға һәм динамикала
күрһәтергә була. Башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш юлдарын күҙаллаған
да, тип яҙа Ғ.Б.Хөсәйенов, романтик һүрәтләүгә генә түгел, реалис
тик һүрәтләүгә лә хас стиль һыҙаттарының борондан уҡ йәшәп кил
гәненә ышанаһың. Ләкин уларға ҡарап әле, реалистик һүрәтләүҙең
элек-электән фәҡәт үҙенә хас төҙөк системаһы булған, тип әйтергә
нигеҙ юҡ.
Әлбиттә, төп маҡсат итеп ҡуймағанлыҡтан, автор был мәҡәләһендә
әҙәби стиль мәсьәләләренә юлайҡан ғына ҡағылып үтә һәм ентекле
күҙәтеүҙәр яһамай. Ул башлыса ижад методы тураһында һүҙ алып бара
һәм, әҙәбиәт тарихына бәйләп, уның формалашыу юлдарын, үҫеш этап
тарын яҡтырта.
Мәғлүм булыуынса, тарих төпкөлөнән беҙҙең көндәргәсә күп
төрлө синкретик характерҙағы яҙмалар, шул иҫәптән хаттар,
өндәмәләр һәм мөрәжәғәттәр килеп еткән. М.Х.Иҙелбаевтың әлеге
йыйынтыҡҡа ингән мәҡәләһе XVIII быуаттан һаҡланып ҡалған ошон
дай тор ҡомартҡыларҙың стиль үҙенсәлектәренә арналған. Был осор
8
ҙағы тиҫтәләгән эпистоляр сығанаҡты күҙҙән үткәреп, автор уларҙың
үҙ дөйөм стиле - уртаҡ тоны, колориты, уртаҡ хикәйәләү манераһы,
художестволы телмәренең уртаҡ һыҙаттары барлығын билдәләй.
«Эпистоляр әҙәбиәт стиленең традицион талаптары - аныҡлыҡ, ҡыҫ
ҡалыҡ, аңлайышлылыҡ хаттар өсөн дә хас, - тип яҙа ул. - ... Улар,
ғәҙәттә, адресатҡа исеме менән мөрәжәғәт итеп, уның иҫән-һаулы-
ғын, хәл-әхүәлен белешеү менән башланып китә. Ошонда уҡ автор
ҙың да исеме күрһәтелә. Яҙманың аҙаҡҡы өлөшө хат тәғәйенләнгән
кешегә уңыштар, бәхет һәм сәләмәтлек теләп, һаубуллашып тамам
ланып ҡуя. Урта өлөшөндә иһә авторҙың төп әйтер һүҙе, хаттың
күләменә ҡарап, ике-өс юлдан алып бер нисә биткә тиклем һуҙылыр
ға мөмкин»11. Әлбиттә, мәжбүри ҡалыптарға яраҡлы тыуған уртаҡ
лыҡтар менән бергә XVIII быуат ҡулъяҙмаларында һәр авторҙың
һәләтенә, ижади оҫталығына һәм образлы фекерләү ҡеүәһенә бәй
ле хасил булған үҙенсәлектәр ҙә ҙур урын тота, тип яҙа артабан
М.Х.Иҙелбаев һәм быны төрлө хат, наказ һәм мөрәжәғәттәрҙән алы
нған өҙөктәр менән дәлилләп ҡуя.
Йыйынтыҡта башҡорт поэзияһының, прозаһының һәм драматур
гияһының айырым осорҙарҙағы ҡайһы бер стиль һыҙаттарын яҡтырт
ҡан материалдар ҙа бар. Ғ.С.Ҡунафиндың мәҡәләһе, мәҫәлән, милли
поэзиябыҙҙың XIX быуаттың тәүге яртыһындағы метод һәм стиль
мәсьәләләренә бағышланған. Унда автор башта осор шиғриәтенең үтә
ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы идея-эстетик йөкмәткеһе, ижад төрҙәре,
методтары менән таныштыра, аҙаҡ шуларға бәйле булған ҡайһы бер
форма, стиль үҙенсәлектәрен билдәләй. Беҙҙең ҡарашҡа, уның суфый
шағирҙар ижадында йыш осраған мәҙхиә, мәрҫиәләргә ҡағылышлы
фекерҙәре айырыуса ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле. «Суфый шағирҙар тыу
ҙырған мәҙхиә һәм мәрҫиәләрҙең «геройҙары», нигеҙҙә, илаһи йә иһә
«хәҡиҡәт» юлында йәндәрен фиҙа ҡылыр изге заттар, - тип яҙа
Ғ.С.Ҡунафин. - Шуға бәйле рәүештә әҫәрҙәрҙә абстракт һүҙҙәр, эпи
теттар өҫтөнлөк алып, улар телмәр структураһына бер төрлө танта
налы, етди «тәҡүәлек» тоны бирә, фразаларҙың үтә «биҙәкле»,
күтәренке булыуына алып килә. Улар әҫәрҙә үҙенсә «ультра-роман
тик» стиль барлыҡҡа килтерә. Ошондай «Юғары» стиль өсөн
(тәғәйенләнгән) образ-деталдәрҙең, сағыштырыуҙарҙың, эпитеттар
ҙың, метафораларҙың, синонимдарҙың ҡабатланышы, трафаретҡа
әүерелеп, бер әҫәрҙән икенсеһенә күсеп йөрөүе хас»12. Мәҡәләлә
XIX быуаттың беренсе яртыһындағы башҡорт яҙма поэзияһы өсөн
һүҙҙәрҙең күп мәғәнәлеге характерлы булыуы ла һыҙыҡ өҫтөнә алы-